Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
5 Февраль , 09:16

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы

4 февралдә Баймаҡ районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урғаҙа ауылының социаль-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты.

Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башланы

Социаль объект урынлашҡан бина авария хәлендә ине. 2020 йылда республика етәксеһенең Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Урғаҙа ауылы халҡы яңы үҙәк төҙөү мәсьәләһен күтәргәйне, һәм 2022 йылда социаль-мәҙәни үҙәккә нигеҙ һалынды.

2024 йылдың декабрендә төҙөүселәр төп монтаж һәм эске биҙәлеш эштәрен тамамланы, бинаны кәрәкле ҡорамалдар һәм мебель менән йыһазландырҙы.

Төбәк етәксеһе ауыл халҡын мөһим ваҡиға менән тәбрик итте һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Яңы объекттың асылыуын оҙаҡ көтөүегеҙҙе, беҙгә төҙөлөштө тиҙерәк тамамларға этәргес биреүегеҙҙе беләм. Минеңсә, ҙур, яҡшы, бик кәрәкле социаль-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде. Бында өлкәндәр өсөн дә, йәштәр өсөн дә урын һәм ваҡыт етерлек буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Мин балаларыбыҙҙың бында өҫтәмә дәрестәргә йөрөүен, мәктәптән тыш белем алыуын бик теләр инем. Ә өлкән быуын өсөн ял итеү, концерттар ҡарау мөмкинлеге булһын. Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова менән театрҙарыбыҙҙан спектаклдәр һәм концерттар менән килеүҙәрен һорау тураһында килештек. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ тораҡ пункттың социаль инфраструктураһын артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне.

– Һеҙҙең өсөн бик мөһим булған объекттарҙы – социаль-мәҙәни үҙәкте, участка дауаханаһын – сафҡа индерҙек, тип уйлайым. Ауылды үҫтереү буйынса үтәлергә тейешле тағы ла бер нисә бурыс бар, шул иҫәптән һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен төҙөү, – тине Радий Хәбиров.

***

Учреждениены асыу тантанаһынан һуң төбәк етәксеһе яңы социаль-мәҙәни үҙәктең мөмкинлектәре менән танышты.

Бинаның дөйөм майҙаны – 3,2 мең квадрат метр. Унда 300 урынлыҡ тамаша залы, ауыл музейы, китапхана, балалар өсөн уйын бүлмәһе, оҫтаханалар һәм күргәҙмә зонаһы урынлашҡан. Үҙәктә тренажер залы һәм балалар сәнғәт мәктәбе эшләйәсәк.

Урғаҙа ауылы халҡы республика етәкселегенә яңы үҙәк төҙөүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Ә методистар һәм ижади коллективтар вәкилдәре ауылда алып барылған мәҙәни-ағартыу эштәре тураһында һөйләне.

Үҙәктә шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы урынлашҡан. Фонд эшмәкәрлеге махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Радий Хәбиров бында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән аралашты. Башҡортостан Башлығы яугирҙар менән МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары хаҡында һөйләште, республика тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип билдәләне.

***

Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе яңы социаль объекттың мөһимлеген юғары баһаланы.

– Урғаҙа – ҙур ауыл, унда 3 меңгә яҡын кеше йәшәй. Шуға күрә беҙ бында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөнөк. Унда балалар музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, спорт зонаһы бар. Халыҡ бер урында төрлө учреждение хеҙмәттәре менән файҙалана алһын өсөн, бындай заманса күп функциялы объекттар төҙөү кәрәк тә. Штатта методистарҙың да, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә булыуы мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: