Контракттың башланғыс максималь хаҡы 124,2 миллион һум кимәлендә билдәләнгән. аукционға 24 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ. Финанслау сығанаҡтары булып төбәк һәм федераль бюджет сығыш яһай. Объекттағы бөтә эштәр 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем тамамланырға тейеш. Музейҙы капиталь ремонтлауҙы «Баштехпроект»компанияһы проектлаған. Проект музей бинаһының фасадын биҙәүҙе, биналарҙың эске биҙәлешен һәм территорияны төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, биләмәләге бөтә ҡаты япмаларҙы капиталь ремонтлау, тышта үтәсәк байрам саралары өсөн майҙанды төҙөкләндереү, бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу, газондар һәм сәскәлектәр эшләү, парковка урындарын ойоштороу ҡаралған.