Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
25 Февраль , 15:37

Яугир-яҙыусы исемендәге хикәйәләр конкурсы иғлан ителде

“Ейәнсура таңдары” гәзите район хаки­миәте һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҙыусы, “Ҡара этап” романы авторы Сабит ФАЗЛЫЕВтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында хикәйәләр конкурсы ойоштора.

Яугир-яҙыусы исемендәге хикәйәләр конкурсы иғлан ителде
Яугир-яҙыусы исемендәге хикәйәләр конкурсы иғлан ителде

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә үтәсәк бәйге шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙе, ижади һәләтле милләттәштәрҙе дәртләндереүҙе күҙаллай.

Конкурстың ШАРТТАРЫ:

  • хикәйә башҡорт телендә яҙылған һәм бер ҡайҙа ла баҫылмаған, күләме 15 биттән артмаған (А4 форматында, 14-се шрифт) булырға тейеш;
  • тема сикләнмәй;
  • ҡатнашыусыларҙың географияһы сикләнмәй;
  • псевдоним, тулы исем-шәрифте, телефон номерын яҙыу мотлаҡ.

Хикәйәләр 2025 йылдың 20 февраленән 1 ноябренә тиклем “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһына 453380, Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9 адресы йәки гәзиттең электрон почтаһына (zori32@yandex.ru), шулай уҡ “Вконтакте” сайтындағы “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” төркөмөндә ҡабул ителә.

Килгән хикә­йәләр сайтта баҫыласаҡ, ә иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Еңеүселәрҙе яҙыусыларҙан торған жюри билдәләй. Улар иң беренсе сиратта әҫәрҙәрҙең сюжет яңылығына, тел, фекер байлығына, һүрәтләү сараларына, стиль үҙенсәлегенә иғтибар итәсәк.

Конкурсҡа йомғаҡ 2025 йылдың ноябрь айында яһаласаҡ. Жюри ҡарары һәм баһалары еңеүсе тип табылмаған, хикәйәләре гәзит битендә донъя күрмәгән авторҙарға еткерелмәй, дәғүәләр ҡабул ителмәй.

Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй. Конкурста бер төп бүләк – 10 мең һум һәм дүрт номинация билдәләнә. Баһалама ағзаларының ҡарары һәм бүләкләү фондының мөмкинлегенә ҡарап, дәртләндереү номинацияһының һаны үҙгәрергә мөмкин.

Белешмә өсөн телефон 8-927-237-73-96.

Автор: Альмира Аюпова.
 
Автор:
Читайте нас: