Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
20 Март , 07:40

Сибай драма театры капиталь ремонтлана

Өфөнөң «Проремонт» компанияһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры бинаһын капиталь ремонтлауға контракт төҙөгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сибай  драма театры капиталь ремонтлана
Сибай драма театры капиталь ремонтлана

Конкурста ҡатнашыуға өс ғариза бирелгән, еңеүсе максималь ташлама тәҡдим иткән һәм эштәрҙе 75,8 миллион һумға башҡарасаҡ. Эштәр «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Финанслау сығанаҡтары булып төбәк һәм федераль бюджеттар сығыш яһай. Капиталь ремонт 2025 йылдың апреленән 2026 йылдың декабренә тиклем үткәреләсәк. Капиталь ремонт проектын «Энергокомплексинновация» компанияһы эшләгән.

       Подрядсы Зәки Вәлиди урамындағы театр бинаһының ҡыйығын, вентиляция системаһын, фасадын һәм инеү төркөмөн ремонтларға тейеш. Техник заданиела, шулай уҡ биләмәгә ингән урында ҡапҡалар ҡуйыу, театр алдындағы майҙансыҡты төҙөкләндереү бар.

Шуныла билдәләр кәрәк, үткән бишйылдареспубликалабөтәһе 103 мәҙәниәт объекты төҙөлгән йәки ремонтланған, 404-е йыһазландырылған.Алдағы йылдарҙа Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе бинаһын яңыртыу, Өфө сәнғәт училищеһын, Салауатта балалар сәнғәт мәктәбен, Миәкә районында һәм Нефтекамала ике китапханаһы биналарын капиталь ремонтлау, Өфөлә Дәүләт Циркын реконструкциялау планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: