Мәҙәниәт
15 Май 2025, 02:45

«Шүлгәнташ» музейы һәм «Тура хан» визит-үҙәге эшмәкәрлеге

2022 йылда «Шүлгәнташ» комплексы асылғандан алып 120 меңдән ашыу кешене килгән. Унда 4 меңгә яҡын экскурсия үткәрелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Шүлгәнташ» музейы һәм «Тура хан» визит-үҙәге эшмәкәрлеге«Шүлгәнташ» музейы һәм «Тура хан» визит-үҙәге эшмәкәрлеге
«Шүлгәнташ» музейы һәм «Тура хан» визит-үҙәге эшмәкәрлеге

     Бынан тыш, музей базаһында 50 – нән ашыу  ғилми-ғәмәли форумдар, күргәҙмәләр, этнофестивалдәр һәм концерттар үткән.Комплексбөтә рәсәй һәм халыҡ-ара акцияларҙа, шул иҫәптән «Музейҙар төнө», «Сәнғәт төнө» һәм «Европа мираҫы көндәре»дә әүҙем ҡатнашҡан.Ҡыҫҡаваҡытэсендә объект бер нисә абруйлы профессиональ наградалар яулай.Ул «Йыл маршруты – 2022» Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы музей экскурсияһы» номинацияһында еңеүсе, шулай уҡ иң яҡшы музей-күргәҙмә комплексы булараҡ Russian Event Awards – 2023 Гран-прийына эйә була.Музейхеҙмәткәрҙәре«Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре» объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн эшләйҙәр.  Уны июлдә Парижда үтәсәк халыҡ-ара һәйкәлдәрҙе һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау советы ултырышында ҡараясаҡтар.

      Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү сиктәрендә “Тура-хан” визит-үҙәген булдырыу төбәктең мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға инә. 2024 йылдың июлендә асылғандан алып визит-үҙәккә 90 меңдән ашыу кеше килгән. Бында төрлө форматтағы 50– ваҡиға-лекциялар, концерттар, конференциялар, ижади осрашыуҙар үткән. Объектҡа барыу мәктәп һәм социаль туризм программаларына индерелгән, килеүселәрҙең 20 проценттан ашыуы – ошондай маршруттарҙа ҡатнашыусылар. Визит-үҙәк майҙансығында аҙна һайын һөнәрселәр һәм умартасылар йәрминкәләре үтә, бында шулай уҡ өҫтәмә белем биреү һәм һөнәри йүнәлеш биреү программалары тормошҡа ашырыла. “Тура-хан” мавзолейына барған йәйәүлеләр һуҡмағы оло йәштәгеләр һәм аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн яраҡлаштырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас