

Республиканың музей селтәре даими киңәйә һәм яңыртыла. Һуңғы биш йылда төбәктә дүрт яңы музей асылды, улар В.И. Альбанов исемендәге полярниктар музейы, Шүлгәнташ ҡурсаулығында тарихи-мәҙәни музей, Федор Шаляпин исемендәге музыка музейы, Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге. Биш йылда тағы ла дүрт музей яңыртыла: Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү, Дүртөйлө тарих-тыуған яҡты өйрәнеү, Шәһит Хоҙайбирҙин музейы һәм Өфөләге Хәрби дан музейы.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә был маҡсатҡа 130 миллион һум бүленгән.
Республикала 107 дәүләт һәм муниципаль музей эшләй, уларҙа 650 кеше эшләй. Уларҙың уртаса йәше 50-55 йәш тәшкил итә. Йәштәрҙе һөнәргә йәлеп итеү өсөн «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләй. Республиканың дөйөм музей фондында 960 мең һаҡлау берәмеген бар. Шуларҙың 283 меңе, йәғни 30 проценты-БР милли музейы фондында тупланған. Федераль закон буйынса 2025 йыл аҙағына тиклем бөтә һаҡлау әйберҙәре тураһында мәғлүмәт музей фондының дәүләт каталогына индерелергә тейеш.