Мәҙәниәт
18 Июня 2025, 05:20

Башҡортостанда ҡырағай хайуандар һаны артҡан

Башҡортостандың экология министрлығы ҡырағай хайуандар һанының хәүефле артыуы тураһында белдерҙе.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда ҡырағай хайуандар һаны артҡанБашҡортостанда ҡырағай хайуандар һаны артҡан
Башҡортостанда ҡырағай хайуандар һаны артҡан

Шуға бәйле республика халҡы тәбиғәттә айыу кеүек хәүефле төрҙәре менән йышыраҡ осраша. Ҡырағай хайуандар һанының артыуы уларҙы атыуға бүленгән лимиттарҙы үҙләштереүҙең кәмеүе менән бәйле.

      Мәҫәлән, һуңғы өс миҙгелдә мышы һунарсылығы элекке 64,1 процентҡа ҡаршы лимиттың 49,4 процентын ғына тәшкил иткән, себер косулаһына — 47 процентҡа ҡаршы 41 процент, айыуға — 15,3 процентҡа ҡаршы 9,9 процент, һеләүһенгә — 29,4 процентҡа ҡаршы 12,2 процент.

     Һуңғы биш йылда мышы, себер косулы һәм айыу һаны тотороҡло арта бара. Үрсегән

фауна төрҙәре кеше менән осрашҡанда ғына түгел, экосистема өсөн дә хәүефле, тип белдерә Экология министрлығы башлығы Нияз Фазылов. Йыртҡыстарҙың мал аҙығы базаһы ҡыҫҡара, улар икенсе урындарға күсергә мәжбүр була һәм йыш ҡына кеше йәшәгән урынға сыға. «Быйыл республикала айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеүе буйынса өс осраҡ теркәлгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас