Мәҙәниәт
20 Август 2025, 11:15

Урал батырға һәйкәл

Учалы ҡалаһында Урал батырға һәйкәл ҡуйылған, башҡа эштәр дауам итә.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана    

Урал батырға  һәйкәлУрал батырға  һәйкәл
Урал батырға һәйкәл

Башҡорт халыҡ эпосы геройы ҡеүәтле арыҫланға атланып һүрәтләнгән. Композиция авторы - рәссам һәм скульптор Фәнил Мөслимов. Яңы скульптура учалыларҙы тамырҙарын иҫтә тоторға, тыуған яҡтарын хөрмәт итергә һәм ҙур еңеүҙәргә рухландырһын ине, ти район етәксеһе Руслан Ғиләжетдинов.

Әлегә, композиция өҫтөндә эштәр дауам итә, постамент биҙәләсәк, тирә яғы төҙөкләндереләсәк.

Рәсми асыу датаһын һуңғараҡ иғлан итәсәктәр.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас