Оҫта бармаҡтары менән ҡатмарлы орнамент менән сигелгән тығыҙ кейеҙҙе һыйпай. Был келәм генә түгел, ә туй сергетышы, башҡорт кәләшенең бирнәһендә төп элемент, тик ул быуаттар дауамында юҡҡа сыҡҡан. Бөгөн Асия Ғәйнуллинаның ныҡышмалылығы арҡаһында халыҡҡа кире ҡайтарыла. Ул республикала сергетыш яһауҙың боронғо технологияһын энәһенән ебенә тиклем белгән һирәк кешеләрҙең береһе. Ирҙәрҙең сергетышы аскетик һәм практик була. Ә бына ҡыҙҙар, бигерәк тә туй сергетышы ысын сәнғәт әҫәре булған, ул сағыу, күп ҡатлы, төрлө сигеү менән биҙәлгән. Асия Солтан ҡыҙының онотолған һөнәр менән ҡыҙыҡһыныуы «Башҡорт аты» фестиваленән һуң уяна. Ул архивтарҙа айҙар буйына мәғлүмәт йыя, музей экспонаттарын һәм технологияһын өйрәнә. Уның хеҙмәте уңышлы була: былтыр ул сергетыш эшләү буйынса республика конкурсында еңеү яулай, ә быйыл фестиваль күргәҙмәһенә яңы, эксклюзив эш, шул уҡ кәләш өсөн туй сергетышын алып килгән. "Был мәҙәниәтебеҙҙең тотош ҡатламын, башҡорт үҙенсәлегенең элементын ҡайтарыу. Беҙ бының менән һөнәрҙең әле тере булыуын, кәрәкле һәм көнүҙәк булыуын иҫбатлайбыҙ», — ти оҫта. Сергетыш Ғәйнуллина өсөн кәштәгә ҡуйыла торған сувенир түгел. Уны тантаналарҙа, этник стилдәге туйҙарҙа, фестивалдәрҙә һәм кино төшөргәндә ҡулланырға мөмкин. Асия Ғәйнуллина үҙе нигеҙ һалған «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбендә һәм «Ете ҡыҙ»студияһында йәштәрҙе ошо һөнәргә өйрәтә.