Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Сентябрь , 12:00

Әбйәлилдәрҙең уңыштары мул

Өфөлә республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә V «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр иҫәбендә әбйәлилдәрҙең күплеге ҡыуандыра. Конкурс, унда ҡатнашыусылар тураһында Әбйәлил оҫтабикәләренең береһе Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова менән әңгәмәбеҙ.

Әбйәлилдәрҙең уңыштары мул
Әбйәлилдәрҙең уңыштары мул

— Был ғәҙәти конкурс ҡына түгел, ә халыҡтың этномәҙәниәтен һәр яҡлап өйрәнеү, һаҡлау өсөн мөһим сара. «Тамға» проект заманса мода алымдары менән берлектә, традицион милли кейемдең үҙенсәлеклелегенә, этник ҡабатланмаҫлығына, күп төрлөлөгөнә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ул халҡыбыҙҙың бай матди-мәҙәни тарихын ҡайтанан асыуға, белмәгәндәрҙә лә был хаҡта белергә теләү тойғоһо уятыуға, милли кейемебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға сәбәпсе тиһәм дә яҙыҡ булмаҫ.
— Гәүзәрә Ишбулды ҡыҙы, белеүебеҙсә, Һеҙ бәйгелә тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмайһығыҙ?
— Уҙған йыл мин был бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашып, «Башҡорт традицион кейеме аксессуарҙары» номинацияһында өсөнсө урын алғайным. Яңауылдан Сәғиҙә Йәнбирҙинаның эше махсус приз менән билдәләнгәйне. Быйыл бәйгелә ҡатнашыуға ғаризаларҙы 25 авгусҡа тиклем ҡабул иттеләр һәм эштәр 27 августа дистанцион тәртиптә һайлап алынды. Жюри алдында эштәрҙе күрһәтеү этабына Башҡортостандан, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәү ҡалаһынан, Төркиә һәм Үзбәкстандан 60-тан артыҡ милли кейем оҫтаһы, реконструкторҙар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, кейем тегеү буйынса ательелар һәм профилле юғары уҡыу йорттары студенттары һайлап алынғайны.
— Еңеүселәр ниндәй номинациялар буйынса билдәләнде?
— Конкурс «Башҡорт халыҡ кейеме — реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт традицион кейеме аксессуарҙары» номинациялары буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Конкурсты ойоштороусылар традицион милли кейемдең уникаль ҡиммәттәренә иғтибар йәлеп итергә, уны өйрәнеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыша. Һәм, минеңсә, оҫталар үҙҙәренең ижадын тәҡдим итеп, юғары оҫталыҡ кимәлен һәм башҡорт милли кейеме традицияларын тәрән аңлауын күрһәтте.
— Бәйгелә ҡатнашҡан әбйәлилдәрҙең уңыштары тос ҡына...
— Әйе, милли кейемгә, биҙәүестәргә һаҡсыл ҡарашта булған, уларҙы тергеҙеүгә етди иғтибар һәм ихтирам менән ҡараған әбйәлилдәр күп кенә кейем өлгөләре, биҙәүестәр күрһәтте һәм уларҙың эштәре лайыҡлы баһаланды.
— Район данын яҡлаған яҡташтар менән ҡыҫҡаса таныштырып китһәгеҙ...
— Айғырбатҡандан талантлы балаҫ һуғыу оҫтаһы Гөлсәсәк Өмөтбаева (һүрәттә) «Башҡорт халыҡ кейеме — реконструкция» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Йөндө үҙе иләп-буяп балаҫтар, келәмдәр һуғыу оҫтаһы булып танылған Гөлсәсәк Рауил ҡыҙы конкурсҡа тәбиғи материалдан үҙе һуғып, башҡорт орнаменттары менән биҙәп теккән күлдәген сығарҙы.  Күлдәк өсөн тәбиғи етенде ағартып, буяған. Уның эше лайыҡлы рәүештә баһаланды — оҫтабикәгә конкурстың дипломы һәм 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Мин, Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова, бәйгелә ҡатнашыу өсөн олатай-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған ҡомартҡыларҙы, шулай уҡ Светлана Шитованың «Башҡорт халыҡ кейеме», Айгөл Камалиеваның «Башҡорт тамбуры тылсымы» китаптарын ҡулланып ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейемдәрен, аяҡ кейеме, баш кейеме, уҡсы-һунарсы кейемен һәм уҡтар һалыу өсөн тәғәйенләнгән колчан әҙерләнем. Әлбиттә, билдәле рус этнографы Сергей Руденконың «Башҡорттар» исемле китабынан күп файҙалы мәғлүмәттәр алдым. Конкурсҡа ейәнсәрҙәрем Арина менән Эльзаға совет осоро туҡымаларынан тегелгән һыпайта күлдәктәр, халыҡ-ара марафондарҙа гран-при һәм беренсе урын алған батша тәңкәләре һәм мәрйендәр менән биҙәлгән камзулдар һәм кейәүгә сыҡҡанға тиклем ҡыҙҙар таҡҡан маңлайсалар кейҙерҙем, уларҙың түштәренә Әбйәлил һәм Бөрйән районы башҡорттары йөрөткән алмиҙеүҙәр тағылды.  Үҙемдең эштәрем менән жюриҙы таныштырғанда әкиәт формаһында тәҡдим иттем.
Ләйсән Мөхәмәтйәрова «Башҡорт халыҡ кейеме — реконструкция» номинацияһында махсус приз менән бүләкләнде. Ул Бәғиҙә өләсәһенең һыпайта күлдәген һәм камзулын реконструкциялаған.Камзулы 1961 йылғы реформаға тиклемге 300-ҙән ашыу тәңкәләр менән биҙәлгән. Ләйсән шулай уҡ республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, шул иҫәптән Әбйәлилдә кейелгән ҡояш билдәләрен сағылдырған тамғалар менән биҙәп тегелгән елән алып барғайны. Тағы бер комплект кейеме Айгөл Камалиеваның «Башҡорт тамбуры тылсымы» китабы буйынса төнъяҡ-көнсығыш башҡорттары кейгән сигелгән күлдәк һәм алъяпҡыс булды һәм ваҡ ҡына бисер менән биҙәкләп бәрхәттән ҡалпаҡ та алып барҙы.
Яңауыл ҡыҙҙары «Башҡорт традицион кейеме аксессуарҙары» номинацияһында ҡатнашты, унда Сажиҙә Бикмашева икенсе урын алды. Ул батша осоро тәңкәләре һәм мәрйендәр менән биҙәп, селтәр эшләгәйне.
Сығыштары ошо ауылдан булған апайлы-һеңлеле — бөгөн Дәүләттә йәшәгән Сәғиҙә Йәнбирҙина менән Красная Башкириянан Файза Мирхәйҙәрованың эштәре конкурстың өсөнсө дәрәжә дипломы менән билдәләнде. Сәғиҙә Ҡотдос ҡыҙы үҙенең өс селтәрен, ике ҡашмауын, һарауыс һәм көләпәрәһен жюри алдында уңышлы яҡланы.
Файза Ҡотдос ҡыҙы иһә бер ҡашмау, ике селтәр, түшелдерек, көләпәрә, теүәтәй, сигелгән алъяпҡыс тәҡдим итте конкурсҡа. Бәйгенең бөтә призерҙарына дипломға ҡушып «Тамға»ның көмөш билдәләре тапшырылды.
Сарала ҡатнашҡан яҡташтарбыҙ — Асҡарҙан Гүзәл Хафизова «Киленсәк» тип исемләнгән күргәҙмәһен жюри алдында яҡлағанда уның ҡыҙы Эльвина аҡ төҫтәге сәйләндән заманса ҡашмау һәм селтәр тағып, аҡ күлдәктә бейеү менән сығыш яһаны. Әбдрәштән Айгөл Ишаеваның төрлө биҙәүестәрҙән күргәҙмәһе бай ине. Райондың йәш техниктар станцияһы педагогы, Дәүләттән Юлай Һибәтов һуңғы ваҡытта көмбәҙ һуғыуҙы ихлас үҙләштерә һәм милли биҙәүестәр эшләүгә тотондо. Юлай Ҡотдос улының эштәре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты жюри ағзаларында.
Уларҙың өсәүһенә лә халыҡ-ара конкурстың дипломдары тапшырылды.
Сығыштары әбйәлилдән булған «Тамға» бәйгеһе оҫталарын да әйтеп үтәйем.
Буранғол ҡыҙҙары, бөгөн баш ҡалала йәшәп, эшләп ижад иткән игеҙәктәр, билдәле дизайнерҙар Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың милли традицияларҙы һәм хәҙерге заманса мода алымдарын берләштергән кейемдәре «Заманса автор костюмы» номинацияһының беренсе урын менән баһаланды.
Рысҡужала тыуып-үҫеп, бөгөн Свердловск өлкәһендә йәшәгән Замир Хөснөтдинов үҙ ҡулы менән яһаған көмөш биҙәүестәре менән «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре» номинацияһында өсөнсө урын алды.
Был сарала ҡатнашҡан Дәүләтовтар ғаиләһе Өфөлә төпләнгән әбйәлилдәр. Хәлил ауылы егете Рөстәм менән кәләше Миңлегөлдөң стилләштерелгән биҙәүестәр яһау өлкәһендәге эштәрен күреп һоҡландыҡ.
— Конкурстан ниндәй тәъҫораттар менән ҡайттығыҙ?
— Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмы-шының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы тип һаналған. Шуға күрә мин был бик файҙалы һәм әһә-миәтле сара тип иҫәпләйем. Бында быуаттар буйына барлыҡҡа килгән һәм быуындан-быуынға тапшырылған тради-цион милли кейемдәрҙең, милли биҙәүестәрҙең матурлығын һәм үҙенсәлеген күрергә һәм баһаларға мөмкин, шулай уҡ матди-рухи байлығыбыҙҙы һаҡлау өсөн ғәйәт күп эшләгән оҫталарыбыҙ менән танышырға була. Халҡыбыҙҙың милли кейемен, биҙәүестәрен нисек булған шул килеш һаҡлауға, тергеҙеүгә булышлыҡ итәйек, был эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Гәүзәрә Ишбулды ҡыҙы! Халҡыбыҙҙың үткәненә, тарихына иғтибарлы булғанығыҙ, милли кейем-биҙәүестәрҙе һаҡлау, тергеҙеү, киләсәк быуындарға тапшырыу өҫтөндә тырыш хеҙмәтегеҙ оло ихтирамға лайыҡ.

Әбйәлилдәрҙең уңыштары мул
Әбйәлилдәрҙең уңыштары мул
Әбйәлилдәрҙең уңыштары мул
Әбйәлилдәрҙең уңыштары мул
Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас