Ҡушый клубы ағымдағы эш миҙгелен «Гармун моңдарына ҡушылып илебеҙгә ҡайтһын тыныслыҡ!» тигән кисә менән асты. Ул ауылыбыҙҙың данлыҡлы гармунсыһы, улының МХО-ла һәләк булыуын ишеткәс йөрәге күтәрә алмаған Аврар ағайыбыҙ Ғималовтың һәм Васил батырыбыҙҙың иҫтәлегенә бағышланды. Нисек кенә ауыр булмаһын, яуҙағы егеттәребеҙ гармундарҙа уйнап-йырлап, үҙ күңелдәрен үҙҙәре асып, беҙҙең тыныслыҡ өсөн батырҙарса көрәшә. Быны беҙ социаль селтәрҙәрҙә таралған видеояҙмаларҙан күреп беләбеҙ. Шуға күрә гармун моңдарына ҡушылып тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтһын тигән теләктә сарабыҙға Дәүләт ауыл биләмәһе буйынса МХО-нан ялға ҡайтыусы ир-егеттәребеҙҙе, уларҙың туғандарын, гармунсыларҙы саҡырҙыҡ.
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллиндың клуб миҙгелен асыу сараһында ҡатнашыуҙары кисәбеҙҙең бәҫен күтәрҙе.
Ауылыбыҙ ҡыҙы Зилә Хисмәтуллина, Ҡушый кейәүе Юлай Һибәтов һәм Дәүләттән Ғәйнетдин Ғиләжев гармунда һыҙҙырҙылар. Әлфиә Йосопова етәкселегендә Ҡушый башланғыс мәктәбе уҡыусылары, клуб эшендә әүҙем ҡатнашҡан әртистәр моңло, дәртле сығыштары менән яугирҙәребеҙҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын бер мәлгә булһа ла тормош ауырлыҡтары тураһындағы уйҙарҙан арындырғандыр.
Артабан әлеге сараның дауамы булып Ҡушый мәсетендә аят уҙҙы. Имам Азат Көмөшбаев мәрхүмдәр һәм шаһит киткәндәр рухына аят бағышланы, ауылыбыҙҙың уңған, әүҙем ҡыҙҙары бишбармаҡ яраштырҙы, тәмле сәй менән һыйланы. Сараны үткәреүҙә ауылыбыҙҙың эшҡыуар ҡыҙҙары Әнисә Әхтәмова, Линара Шәрәфетдинова һәм Әлфирә Хисмәтова, депутатыбыҙ Юнир Таһиров, фермер Илдар Мәхмүтов, батыр егетебеҙҙең әсәһе Клара Мәсәлимова, Гөлирә Нафиҡова бағымсы булып ҙур ярҙам иттеләр. Ярҙам ҡулы һуҙыусыларға һаулыҡ, ғаилә именлеге балалар бәхете, эштәрендә уңыштар теләйем.
Фәнүзә ДӘҮЛӘТОВА,
Ҡушый клубы мөдире.
«Салауат» ЯСЙ-һы Ҡушый ауылы батырҙары ғаиләләренә — Хәсибә Ғималоваға, Йәмилә Килдейәроваға, Люциә Ғәйнуллинаға, Гөлдәр Ғарифуллинаға, Гөлзифа Ғәлинаға 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы.