Конкурсҡа бөтәһе 80-дән ашыу ғариза бирелгән. Еңеүсе проекттар араһында юбилей даталарына арналған саралар, гастроль проекттары, фестивалдәр, яңы концерт программалары бар. Музыка сәнғәте өлкәһендә гранттарҙы Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Луганск Халыҡ Республикаһы, Бурятия, Башҡортостан, Карелия, Удмурт республикалары, Брянск, Белгород, Воронеж, Әстерхан, Омск, Һарытау, Кемерово өлкәләренән 15 ижади коллектив конкурс һынауын үтеп яулай алған. Юғары комиссия һайлап алыу туры барышында, тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм йәштәрҙе патриотизм рухында тәрбиәләүгә, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән проекттарға айырыуса иғтибар бүлгән.