Уларҙы 530 туристик объекттың 504-е үтәгән. Экскурсия хеҙмәтләндереүенең юғары сифатын тәьмин итеү өсөн гидтарҙы аттестациялау буйынса эш дауам итә – уны 93 кеше үткән.
Ағымдағы йылдың май–авгусында Башҡортостан шифаханалары 80 меңгә яҡын кешене ҡабул иткән.
Курорттарға ихтыяж күрһәткесе буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы һәм Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй. Башҡортостан муниципалитеттарҙа туризм бизнесын үҫтереү өсөн «Туризм өсөн ер» федераль проектында ҡатнаша – асыҡ кадастр картаһында дөйөм майҙаны 678 гектарлыҡ 68 участка урынлаштырылған. Шулай уҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа потенциаль инвесторҙар өсөн глэмпингтар асыу өсөн 275 ер участкаһы әҙерләнде.
Бынан тыш, 2025 йылдың ғинуарынан төбәктә 16 ҙур ваҡиға сараһы уҙғарылған, шул иҫәптән һигеҙе – йәйге миҙгелдә. Уларҙа 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.