Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь , 08:29

“Пушкин картаһы " менән 389 ойошма эшләй

«Пушкин картаһы» программаһы 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса старт ала.  #ВладимирПутин

“Пушкин картаһы " менән 389 ойошма эшләй
“Пушкин картаһы " менән 389 ойошма эшләй

Башҡортостанда 4,7 миллиондан ашыу кеше «Пушкин картаһы» программаһы буйынса мәҙәниәт учреждениеларында булған.

 Ул тулыһынса дәүләт тарафынан финанслана һәм 14-22 йәшлек йәштәрҙе мәҙәни сараларға йөрөргә дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

      Йыл һайын картаға 5 мең һум өҫтәлә, шуның 2 меңен киноға билеттарға тотонорға мөмкин. Ҡалған аҡсаны мәҙәниәт һарайҙарына һәм клубтарға, театрҙарға, музейҙарға, концерт ойошмаларына барыуға тотонорға була. Баланс йыл һайын 1 ғинуарҙа яңыртыла.

     Ҡулланылмаған аҡсалар киләһе йылға күсерелмәй һәм яна, уларҙы аҡсаға әйләндереп булмай йәки проектта ҡаралмаған башҡа маҡсаттарҙа ҡулланырға ярамай.

Башҡортостанда “Пушкин картаһы " менән 389 ойошма эшләй һәм 339 мең йәш кеше тота. Иң популяр йүнәлештәре театр постановкалары, концерттар һәм мәҙәни-ял саралары.

      2025 йылдың 1 ғинуарынан программа «Ғаилә» милли проектына инде, был уның әһәмиәтен һәм өҫтөнлөгөн раҫлай.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас