Һәм әлбиттә Башҡортостанға был проект буйынса федераль средстволар килә. 2026 йылға республикаға 800 миллион һумға яҡын ҡаралған. Был финанс, шул иҫәптән Башҡортостандағы ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ Өфө дәүләт циркын реконструкциялай башланасаҡ. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһын ла дауам ителәсәк, бындала федераль ярҙам йәлеп ителәсәк.
Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса Советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.
- Ултырышта эшебеҙҙең мәғәнәһен тикшерҙек. Мин мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән, Совет ағзаларынан ауыл тураһында онотмауҙарын һораным. Бөгөн беҙ тантаналы рәүештә бер нисә яңы мәҙәниәт объектын астыҡ, унда концерттар менән артистар, театрҙарыбыҙ труппалары киләсәк. Ауыл тураһында һәр ваҡыт иҫтә тотоу мөһим – унда мәҙәниәткә ихтыяж, бәлки, ҡалаларға ҡарағанда ла көслөрәктер, тип билдәләне Радий Хәбиров.
– «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә балалар сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. - Федераль бюджет иҫәбенә тәүге тапҡыр киләһе йылда Ҡыйғы районында балалар сәнғәт мәктәбен төҙөү планлаштырыла. Өфөлә капиталь ремонт үткәрелгән Йәш тамашасы театрын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ.