Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар , 11:12

Милләт рухы һағында — ағинәйҙәр

Бер-нисә йыл элек башланғыс алған ағинәйҙәр ойошмалары йылдан-йыл ишәйә, камиллаша, үҫешә барып, уларҙың эшмәкәрлеге киң ҡолас алды.

Милләт рухы һағында — ағинәйҙәр
Милләт рухы һағында — ағинәйҙәр

Йәнгел ауылы «Инеш» фольклор төркөмө ағзалары — Әүнәш клуб мөдире Таңһылыу Абдрахманова гармунда, Фәйрүзә Озгонбаева мандолинала, Сара Әпсәләмова, Фәниә Ғәлләмова, Фәхирә Ҡорманғәлина, Ғәҙилә Хәйруллина, Рәсимә Кейекҡужина, Фәрхизә Саниева, Шәкирә Иҫәндәүләтова, Сәриә Алтынбаева барыһы ла ҡумыҙҙа сиртәләр. Бөгөнгө ағинәйҙәр араһында 86 йәшлек Фәйрүзә апай Озгонбаева төркөмдөң йәме булып, моңло итеп төрлө телдәрҙә йырҙар йырлап, ағинәйҙәргә ҡаҙаҡса йырын өйрәтеп бергәләп сәхнәлә лә сығыш яһайҙар.
«Инеш» фольклор төркөмөнөң етәксеһе — Фәниә апай Ғәлләмова. Әйткәндәй, ағинәйҙәр ҡороноң ағзаһы оҫта ҡуллы Фәниә апай ҡашмауын да, һаҡалын да үҙе эшләгән, еләнен дә үҙе тегеп кейгән. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сҽлтәрҙәрен эшләп һатыуға ла сығара. Үҙҙәренең бҽлгәндәрҽн Фәниә апай Ғәлләмова менән Сара апай Әпсәләмова мәктәптә балаларға ла өйрәтә.
— Иң мөһиме, был эштәрҙән үҙебеҙгә кинәнес алабыҙ, белгәндәребеҙҙе йәш быуындың күңеленә һеңдерә барыуҙы төп маҡсат итеп ҡуябыҙ. Һис шикһеҙ, былар уҡыусыларҙың тормошонда кәрәк буласаҡ, — тигән ышаныста улар.
Ағинәйҙәр ауылда үткән бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә матди ярҙам күрһәтеүҙә лә, ауылдың тирә-яғын таҙалауҙа ла, һайлау көндәрендә милли кейемдәрен кейеп, беренсе булып һайлауға килеүселәр ҙә улар. Мәҙәниәт йорто алдында Һайлау ваҡытында самауырҙар ҡайнатып, ут яғып, былау, йыуасалар бешереп, һайлаусыларҙы ҡаршы алалар. «Инеш» фольклор төркөмө МХО-ға һуңғы оҙатылған гумконвойға алты маскировкалау селтәре үреп, үлән сәйҙәрен ҡаптарға төрөп ебәргәндәр.
Мәҙәниәт өлкәһендә ял һәм байрам көндәре менән һанашмайынса эшләргә тура килә. Уларҙың ижади һәләттәренән тыш, кәсеп шөғөлдәре лә етәрлек. Улар буҙа ҡойорға, сәк-сәк бешерергә, һалма йәйергә маһирҙар. Йәйгеһен баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, балаларына ярҙам итеп, замана менән йәнәшә атлайҙар шәп, дәртле ағинәйҙәр. Улар өсөн тыуған төйәгендә ғүмер итеү, балалар үҫтереү, халыҡ араһында булыу, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу — үҙе ҙур бәхет.
Ағинәйҙәр күрешеп-һөйләшеп, тәжрибә уртаҡлашып, үҙҙәренә көс-дәрт алыу өсөн көн һайын мәҙәниәт йортонда осрашалар. Күптәр уйлауынса, йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр, халыҡ күңеленең төпкөлөндә ятҡан, инде онотолоп, юҡҡа сығып барған рухи хазиналарыбыҙҙы тергеҙеү менән мәшғүлдәр улар.
Районыбыҙҙың күп милләтле төбәгендә йәшәүсе «Инеш» төркөмө ағинәйҙәре — ул милләтебеҙҙең көҙгөһө.

Автор: Гульсина Султанова
Читайте нас