Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Февраль , 11:31

Башҡортостан мәҙәниәте федераль бюджеттан 1,6 миллиард һум аласаҡ

Һуңғы һигеҙ йылда Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһен федераль финанслау күләме 11,4 тапҡырға артҡан. Әгәр 2018 йылда был өлкәгә 142 миллион һум йәлеп ителһә, 2026 йылда – 1,617 миллиард һум.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан мәҙәниәте федераль бюджеттан 1,6 миллиард һум аласаҡ
Башҡортостан мәҙәниәте федераль бюджеттан 1,6 миллиард һум аласаҡ

Федераль средстволар мәҙәниәт объекттарын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүгә, китап фондтарын булдырыуға, ҡорамалдар һәм музыка ҡоралдары һатып алыуға, күләмле саралар үткәреүгә йүнәлтелә.

Мәҫәлән, 2026 йылда мәҙәниәт өлкәһен федераль бюджеттан финанслау биш йүнәлеш буйынса барасаҡ.

Әйтәйек, “Ғаилә " милли проекты.

«Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә конкурс һөҙөмтәһендә республикаға 561 миллион һум самаһы аҡса йәлеп ителгән.

Ошоноң арҡаһында Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлөшө башлаған.

Шулай уҡ Өфөлә һәм Илеш районында ике муниципаль китапхана, Нефтекама дәүләт филармонияһы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры капиталь ремонтланасаҡ һәм яңыртыласаҡ. Капиталь ремонттан һуң Салауатта балалар сәнғәт мәктәбе һәм Ишембай районының Кинйәбулат ауылында клуб асыласаҡ. Салауат районында Салауат Юлаев музейын яңыртыу дауам итәсәк. Асҡын, Ауырғазы һәм Балаҡатай райондарында иһә тағы өс яңы китапханалары асыласаҡ.

Бынан тыш, ошо средстволар иҫәбенә 21 мәҙәниәт учреждениеһының матди-техник базаһы нығытыласаҡ. Улар араһында - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, «Нур» Өфө дәүләт татар театры, Башҡортостан Республикаһының милли музейы, Ағиҙелдең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм 15 балалар сәнғәт мәктәбе, ике мәҙәниәт колледжы музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдар аласаҡ.

Бынан тыш, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Ғаилә» милли проектының яңы йүнәлештәрендә ҡатнашыуға конкурс йомғаҡтары буйынса Өфө, Октябрь, Сибай, Ишембай ҡалалары, Мишкә һәм Өфө райондарының мәҙәниәт учреждениелары нигеҙендә һигеҙ балалар мәҙәни-ағартыу үҙәге ойоштороласаҡ. Әлшәй, Балтас, Бишбүләк, Мәләүез, Миәкә райондары мәҙәниәт йорттарының һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең, Нефтекама һәм Бишбүләк райондары китапханаларының һигеҙ иң яҡшы тәжрибәләре дәртләндереләсәк.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас