Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Февраль , 10:44

Йәнгүзәлгә - 15 йәш!

Райондың тау - урман зонаһы таланттарға бай икәне билдәле. Күп кенә әртистәрҙең ошо яҡтан икәне быны асыҡ һөйләй. Ауылда үҙешмәкәр әртистәр ҙә һанһыҙ.

Йәнгүзәлгә - 15 йәш!
Йәнгүзәлгә - 15 йәш!

Буранғолда эшләп килгән "Йәнгүзәл" фольклор ҡатын - ҡыҙҙар ансамблендә лә шундай кешеләр йыйылған. Яңыраҡ был ансамбль үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте. Ансамблгә хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар йәлеп ителгән.

Юбилей кисәһенә улар ныҡлап әҙерләнде. Күргәҙмәлә - уларҙың яулаған уңыштарын һөйләгән бик күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары, төрлө дәрәжәләге дипломдар. Ә улар, ысынлап та, күп конкурстар еңеүсеһе. Район, республика кимәлендәге конкурстарҙа йыш ҡатнаштылар. Иң оло еңеүҙәре - "Байыҡ" республика бәйгеһендә еңеүҙәре.

Ансамблдең йәшәйеше, уңыштары тураһында ветерандар советы рәйесе, ансамблдең актив ағзаһы Х. Р. Хилалова һөйләп үткәс, юбилей кисәһе концерт номерҙары һәм ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр менән аралашып барҙы. Ауыл биләмәһе башлығы Ф. Ш. Мәхмүтов рәхмәттәр әйтеп, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ансамблде ойоштороусыларҙың береһе З. И. Махиянова тәүге аҙымдары тураһында һөйләһә, Г. М. Мәғәфүрова нисек уңыштарға өлгәшеүҙәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләп, һәр бер ансамбль ағзаһына тере сәскәләр һәм матур йыр бүләк итте.

15 йыл аҙ ғүмер түгел. Ошо ваҡыт эсендә баҡыйлыҡҡа күскән коллектив ағзалары: баянсылар К. С. Ниғмәтов, Д. М. Вәлиев, солистар Р. С. Вәлиева, З. Ә. Заһитованы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып үттеләр. Рәсилә Сафа ҡыҙының ҡыҙы Ләйсән һәм һеңлеһе рәхмәт әйтеп, үҙ бүләктәрен биреп, өҙҙөрөп ҡумыҙҙа  уйнаны.

“Йәнгүзәл”дәрҙе ҡотлап Разия Ғиззәтова етәкселегендәге Ҡаҙмаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының "Мөғжизә" ансамбле сығыш яһаны. “Ҡараташ” ир-егеттәр ансамбле өҙҙөрөп гармунда уйнаны, яңғыратып йырын да йырланылар. Буранғолдоң тағы бер ансамбле "Һандуғас", мәктәп уҡытыусылар коллективы, күрше ауылдар һәүәҫкәрҙәре матур - матур музыкаль номерҙар аша ҡотлауҙарын еткерҙеләр. Ваҡытында ҡатын - ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән Г. И. Мөлөкова ансамбль ағзаларына яулыҡтар япты. Тамашасылар "Йәнгүзәл" дәрҙең бейеү, йырҙарын көслө алҡыштар менән оҙатты. Был кистә ансамбль ағзалары: З. М. Нәбиуллина, Ф. Й. Фәттәхова, Д. Ә. Заһитова, Х. Р. Хилалова, М. Ә. Мөсәлимова, Г. Ш. Баймурзина, М. Б. Шакирова, М. Баязитова, Г. И. Ғәбитова, Р. Н. Әбдрәхимова үҙҙәре тарафына бик күп маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре ишетеп ҡыуандылар. Кисәне мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре матур итеп алып барҙы.

Юбилей кисәһе ауыл мәсетендә күмәкләп аш ашау, йәнле һөйләшеү менән тамамланды.

 

Нәсих Сәлмәнов.

Буранғол ауылы

 

Автор:
Читайте нас