Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Февраль , 08:20

Мәҙәниәткә ҙур ярҙам

Мәҙәниәт ойошмалары Президент гранттары фонды һәм Президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурстарында ҡатнашып өҫтәмә федераль аҡса йәлеп итә ала.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Мәҙәниәткә ҙур ярҙам
Мәҙәниәткә ҙур ярҙам

Быйылғы йылдың капиталь төҙөлөш объекттарының Федераль реестрына Өфө дәүләт циркын реконструкциялауҙы башлау ингән. Был маҡсаттарға федераль бюджеттан  869,4 миллион һум йүнәлтеләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө циркын мәҙәни мираҫ объекты булараҡ яңыртыу кәрәклеген Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа еткергәйне.

республика мәҙәниәтенә «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» милли проекты, башҡа төр федераль программалар аша яҡса йәлеп ителә.  Мәҙәниәт ойошмалары Президент гранттары фонды һәм Президент мәҙәни башланғыстар фонды конкурстарында ҡатнашып өҫтәмә федераль аҡса йәлеп итә ала.

Тағы бер сығанаҡ булып «Пушкин картаһы» федераль программаһы тора. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса мәҙәниәт учреждениелары уның буйынса 432,8 миллион һум аҡса йәлеп иткән, улар матди-техник базаны нығытыуға, белгестәргә дәртләндереүгә түләүҙәргә, яңы мәҙәни контент булдырыуға йүнәлтелгән.

 Быйыл федераль средстволарҙың дөйөм күләменең 600 миллион һум самаһы муниципалитеттарға йүнәлтәсәкбеҙ. Был урындарҙа мәҙәниәткә ҙур ярҙам буласаҡ.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас