

Йорт федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылған һәм «Дворяндар йыйылышы бинаһы» исеме аҫтында реестрға ингән.
Контракттың башланғыс максималь хаҡы 61,7 миллион һум кимәлендә билдәләнгән. Конкурсҡа 24 мартта йомғаҡ яһаласаҡ. Эштәрҙе финанслау сығанағы булып федераль бюджет сығыш яһай.
Бөтә эштәр өсөн 500 көн бирелә. 150 көн инженер эҙләнеүҙәре, алдан эштәр һәм комплекслы ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүгә бүленә. 250 көн дауамында дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы менән эскиз проекты һәм проект документацияһы, 500 көн дауамында ыңғай һығымтаһы менән эш һәм смета документацияһы әҙер булырға тейеш.
Проектты әҙерләүсе мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу өсөн лицензияға эйә булырға тейеш.
"Эштәрҙе федераль мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау органы тарафынан 73-ФЗ һанлы тәртиптә аттестацияланған белгестәр алып бара», — тиелә техник заданиела.
Өфөнөң Ленин урамындағы 14-се йорт 1819 йылда нигеҙләнгән 1856 йылда Дворяндар йыйылышы өсөн махсус төҙөлгән. Проектты архитектор Виктор Хабаров башҡарған. Бинаның фасады ҡаланың гербы менән биҙәлгән.
1885 йылдан бина йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәре йәмғиәтенә ҡуртымға бирелә. 1891 йылда бында тәүге тапҡыр сәхнәлә опера йырсыһы сифатында Федор Шаляпин сығыш яһай, был ваҡиға хөрмәтенә һуңыраҡ йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Революциянан һуң бинала Петроградтан һәм Мәскәүҙән эвакуацияланған балалар өсөн интернат, ә 1930-40 йылдарҙа китапхана эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында үҙәк партия архивы урынлаша. Сәнғәт училищеһы бинаны 1945 йылда биләй, ә 1968 йылда сәнғәт институты асыла.