Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март , 11:58

Үҙмәшғүлдәр һаны арта

Март башына Башҡортостанда 355,8 мең кеше үҙмәшғүл булып теркәлгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Үҙмәшғүлдәр һаны арта
Үҙмәшғүлдәр һаны арта

Уларҙың 332,4 меңе  физик шәхес, 23,4 меңе шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән. Ике ай эсендә профессиональ килемгә һалым түләүселәр һаны 3,5 процентҡа артҡан. 2025 йыл аҙағына 343,6 мең кеше үҙмәшғүл булған.

Бер йылда төбәктә үҙмәшғүлдәр һаны 27,5 процентҡа артҡан, 2025 йылдың март башында төбәктә ошондай статустағы 278,9 мең һалым түләүсе булған.

Волга буйы федераль округында үҙмәшғүлдәр һаны ике айҙа 3,2 процентҡа артып, 2,7 миллион кешегә еткән. Бер йылда күрһәткес 26,1 процентҡа арта. Округта иң күп үҙмәшғүлдәр Татарстанда (458,9 мең кеше), Һамар өлкәһендә (364,8 мең) һәм Башҡортостанда теркәлгән.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас