Мәҙәниәт
22 Апреля , 06:06

Балаларға арналған ғүмер

Балалар үҙәк район китапханаһында " Яҙыусының юбилейы - уҡыусының байрамы" тигән әҙәби осрашыу үтте.

Балаларға арналған ғүмерБалаларға арналған ғүмер
Балаларға арналған ғүмер

Китап авторҙары менән осрашыу һәр саҡ шатлыҡлы ваҡиға, балалар өсөн мауыҡтырғыс асыш.

Балаларға яҙыусылары – үҙенсәлекле кешеләр: йәнле, ихлас, асыҡ, изге күңелле. Сараға Асҡар урта мәктәбенең 4-се «а» класы уҡыусылары (класс етәксеһе А.Т. Сабитова) саҡырылды.

 Китапханала талантлы яҙыусы ғына түгел, һоҡланғыс педагог, әкиәтсе, халыҡ йолаларын һаҡлаусы Нәсимә Мәғәз ҡыҙы Ғайсина менән осрашыу үтте. Ул ғүмеренең 40 йылдан ашыуын мәктәпкә, балаларға бағышлаған, балалар өсөн хикәйәләр, шиғырҙар, йырҙар, йомаҡтар яҙған. Яҙыусы үҙенең тәүге китабы — "Яҡты йөҙҙәр" тураһында бик ентекләп һөйләне. Был китабы ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кеше — әсәйҙәргә арнала. Балалар өсөн күңелдән сыҡҡан шиғырҙар, әкиәттәр тупланған был китаптың ижад ителеүе һәм донъя күреү тарихын асып бирҙе.

Нәсимә апай балаларҙы ата-әсәләренә ихтирам һәм һөйөү һүҙҙәрен әйтергә, итәғәтле, тәрбиәле, ышаныслы ярҙамсыл булырға саҡырҙы.

“Ҡомартҡы ҡашмау” китабы ла ҡыҙыҡлы булды уҡыусыларға. Унда башҡорт милли кейеменең бай тарихы бәйән ителә, артабан Нәсимә Мәғәз ҡыҙы "Аҡбуҙат" республика балалар журналы редакцияһы тарафынан ойошторолған "Иң шәп өләсәй"  проекты тураһында, унда үҙе ҡатнашыуын һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр менән башҡорт телендә дәрестәр алып барыуын, әүҙем эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Нәсимә апайҙы юбилейы менән ҡотлап, уның яҙған шиғырҙарын бүләккә әҙерләгәндәр, Раина Малыбаева башҡарыуында музыкаль бүләк тә булды.

Был сара уҡыусылар өсөн башҡорт авторҙарыбыҙҙың яңы, ҡыҙыҡлы китаптарын ата-әсәләре менән бергә уҡырға яҡшы этәргес булыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Гульсина Султанова
Читайте нас