Мәҙәниәт
25 Июнь , 05:39

Балалар музыка мәктәбе яңы инструменттар алған

Сибайҙың балалар музыка мәктәбендә матди-техник база яңыртылды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Балалар музыка мәктәбе яңы инструменттар алғанБалалар музыка мәктәбе яңы инструменттар алған
Балалар музыка мәктәбе яңы инструменттар алған

«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә белем биреү учреждениеһы яңы музыка ҡоралдары, заманса ҡорамалдар һәм уҡыу әсбәптәре менән тулыланды.

Музыка мәктәбенә «Рубинштейн» фортепианоһы, бәләкәй домра, ике башҡорт думбыраһы, микшер пульты һәм компьютер алынған. Яҡын арала сольфеджио буйынса ҡалған инструменттар һәм нота әҙәбиәте килеүе көтөлә.

Яңы музыка ҡоралдары уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың  ихтыяждарын иҫәпкә алып һайланған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас