Мәҙәниәт
16 Июля , 11:40

Клуб яңы һулыш ала

Бинаға ремонт талап ителгәнлектән оҙаҡ йылдар эшләмәй торған Дәүләт клубы тирәләй йәнлелек күҙәтелә.

Мәҙәниәт усағын төҙөкләндереү мәсьәләһен һорау-үтенестәр менән ауыл халҡы төрлө кимәлдә үткән йыйын-йыйылыштарҙа даими күтәрҙе, халыҡты ҡабул иткән республиканың министрлыҡ-ведомство вәкилдәренә лә был йәһәттән мөрәжәғәттәр аҙ булманы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
— Быйыл «Ғаилә» милли проектын тормошҡа ашырыу башланды. Һәм беҙгә федераль средстволар килә. 2026 йылға был 800 миллион һумға яҡын, ул шул иҫәптән ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға йүнәлтелә. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһын да дауам итәбеҙ, уға ла федераль ярҙам йәлеп итәсәкбеҙ. Мин мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың ултырышында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл тураһында онотмауҙарын һораным. Ауыл тураһында һәр ваҡыт иҫтә тотоу мөһим — унда мәҙәниәткә ихтыяж ҡалаларға ҡарағанда ла көслөрәк».



Районға башлыҡ итеп Айрат Әминев тәғәйенләнгәс тә уға ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап килделәр, Айрат Зиннәт улы үҙенең командаһы менән үткәргән  «тура линия»ла ла яңғыраны был һорау.
Һәм, ниһайәт, был тәңгәлдә, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Бөгөн мәҙәниәт усағында «Анир»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөүселәре эшләй, улар  ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бинаның тышҡы йөҙөн матурайтып та ҡуйҙы: фасад яңыртылды, яңы ҡыйыҡ  эшләнде. 
«Бөгөнгә клубтың ҡыйығын ябыу эше тамамланды. Клубты матурайтыу, төҙөкләндереү өсөн көстәрен йәлләмәй, тырышып эшләгән төҙөүселәргә ҙур рәхмәт. Һәм, әлбиттә,  районға үҫешергә ярҙам иткән  «Цемикс» заводына рәхмәтлебеҙ.  Завод етәкселегенән финанс ярҙам булмаһа, был ҙур эште башҡара алмаҫ инек. Киләһе йыл клубтың эсен төҙөкләндереүгә тотонасаҡбыҙ. Тимәк, Дәүләт клубы яңы һулыш аласаҡ», — тип яҙған район хакимиәте башлығы Айрат Әминев социаль селтәрҙәге битләүҙәрендә.

Фәнүзә Дәүләтова, Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы:
— Клубты төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл иткән район башлығы Айрат Зиннәт улына бөтә халыҡ исеменән рәхмәт белдерәм. Сөнки бына тигән бина күпме буш торҙо,  бөгөн клуб тыштан матурайҙы. Киләһе йылда бина эсендә лә ремонт эштәре башҡарылһа, йыр-моңға ғашиҡ дәүләттәр мәҙәниәт өлкәһендә лә үҙҙәрен күрһәтер, тип ышаныслы әйтә алам. 


Ә дәүләттәр, үҙ сиратында, ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләренә, халыҡтың һәр мөрәжәғәтен хәл итеүгә битараф ҡалмаған Айрат Зиннәт улына сикһеҙ рәхмәттәрен еткерә. Сөнки мәҙәниәт усағы — ауыл халҡының ялын юғары кимәлдә ойошторорға, төрлө саралар уҙғарырға мөмкинлек тыуҙыра, ул күңел асыу урыны ғына түгел, халыҡты рухи йәһәттән байытыр, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәрер, йәшәүгә дәрт бирер урын да.

Р. Дауытова.

Читайте нас