

Проекттың инициаторы — «Талисман» өлгөлө вокаль студияһы (Асҡар ауылы, Таһир Кусимов исемендәге гимназия) етәксеһе Фәнилә Мансур ҡыҙы Нөғәмәнова. Проект сиктәрендә Әбйәлил районының матурлығын һәм байлығын данлаған 3 автор йыры ижад ителәсәк һәм 3 видеоклип төшөрөләсәк. Проектҡа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте айырыуса ярҙам күрһәтте. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы (БЮТ һәм «Ҡурай-ТВ» телеканалдары, «Юлдаш» һәм «СПУТНИК FM» радиостанциялары) проекттың төп партнеры булып сығыш яһай. Был майҙансыҡтарҙа проект сиктәрендә ижад ителгән йырҙар һәм уларға видеоклиптар яңғыраясаҡ.
Беҙ «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте етәкселегенә ышаныс һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Хәҙер улар беҙҙән һөҙөмтә көтә. Һынатмаҫбыҙ!
Беҙҙең ышанысыбыҙҙы ысын мәғәнәһендә шәп һәм профессиональ команда йыйылыуы нығыта. Йырҙар текстарының авторы — билдәле шағирә, Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы Гөлназ Ҡотоева. Композитор һәм аранжировщик — Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Руслан Ниғмәтов. Режиссерлыҡ эштәре Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Руслан Юлтаевҡа йөкмәтелде. Режиссер-оператор — талантлы тележурналист Азат Ғәлиуллин. Бөтә композицияларҙы «Талисман» студияһының 6-15 йәштәге 50 тәрбиәләнеүсеһе башҡара.
Проект командаһында шулай уҡ Таңсулпан Йомағужина (PR-менеджер, «Абзелил» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре), Зөлфиә Ғәйнетдинова (администратор, «Ирәндек» лагеры директоры ) һәм Юлиә Аслаева (проект кураторы, педагог-ойоштороусы) эшләй.
Нимәләр эшләнәсәк?
Проект сиктәрендә 3 автор йыры ижад ителәсәк:
«Әбйәлилем тауҙары» (башҡорт телендә).
«Яҡты күл / Светлое озеро» (урыҫ телендә).
«Башҡорт аты» (башҡорт телендә).
Проекттың интригаһы
Төп интрига өс видеоклип, улар тамашасыларға тыуған тәбиғәтебеҙҙең һәм мәҙәниәттең сағыу, кинематографик образдарын бүләк итәсәк. Фильм Башҡортостандың Урал аръяғындағы күренекле урындарҙа: Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттарында, Яҡтыкүлдә һәм йылҡы фермаһында төшөрөләсәк.
Йырҙар һәм клиптар премьераһы тиҙҙән, 2026 йылдың көҙөндә үтәсәк!
«Балаларыбыҙ ғорурлана алырлыҡ, концерттарҙа йырларлыҡ һәм стримингтарҙа тыңларлыҡ туған телдә заманса, сифатлы музыка булыуын теләйбеҙ. «Әбйәлил талисманы» — ул беҙҙең тауыш, яңы быуын тауышы», — тип билдәләне проект етәксеһе Фәнилә Нөғәмәнова.
Проект командаһына илһам һәм яңы ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!