Мәҙәниәт
9 Сентября , 12:24

Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы сит ил баҙарҙарында нығына

Республиканың агросәнәғәт комплексы үҫеш темптарын кәметмәй: быйылғы йылдың һигеҙ айында төбәктән сит илдәргә оҙатылған ауыл хужалығы тауарҙары күләме 350 мең тоннаға еткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы сит ил баҙарҙарында нығынаБашҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы сит ил баҙарҙарында нығына
Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы сит ил баҙарҙарында нығына

Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, күрһәткес 13 процентҡа артҡан.

Финанс яғынан да яҡшы һөҙөмтәләр күҙәтелә: экспорттан килгән табыш 11 процентҡа күбәйеп, 2,2 миллиард долларҙан ашып киткән. Башҡортостан продукцияһына төп ихтыяжды Азия илдәре күрһәтә. Төп партнерҙар исемлегендә Ҡытай, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Әзербайжан кеүек дәүләттәр бар.

Экспорт структураһында традицион рәүештә үҫемлек майы өҫтөнлөк итә — ул бөтә тауар ағымының 65 процентын тәшкил итә. Шулай уҡ сит ил ҡулланыусылары араһында беҙҙең кондитер изделиелары, колбаса һәм төрлө эсемлектәр ҙә ҙур популярлыҡ менән файҙалана (уларҙың өлөшө 17 проценттан ашыу). Иген культуралары һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы экспорттың ҡалған өлөшөн бүлешә.

Был күрһәткестәр "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ярашлы республика аграрийҙарының сит ил баҙарында конкуренцияға һәләтле булыуын һәм продукция сифатының юғары кимәлдә икәнен раҫлай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас