Рейтингты «Агроэкспорт» федераль үҙәге төҙөгән. Республика беренсе төркөм лидерҙары иҫәбенә ингән.
Беренсе урынды Ростов һәм Белгород өлкәләре яулай. Икенсе урында Приморье крайы, өсөнсөлә - Краснодар крайы. Тәүге ун лидер иҫәбенә Мәскәү ҡалаһы, Тамбов, Мәскәү, Воронеж, Курск өлкәләре, Ставрополь крайы, Һарытау өлкәһе һәм Алтай крайы ингән. Татарстан 13-сө урында тора. Рейтинг 22 күрһәткес буйынса төҙөлгән. Ундағы бөтә төбәктәр өс төркөмгә бүленә.
Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Сергей Левин һүҙҙәренсә, бөгөн Рәсәйҙең ауыл хужалығы продукцияһы экспортының 70 проценты ун төбәккә тура килә.
«Шулай ҙа аграр экспортын арттырыу мөмкинлеге булған субъекттар күп. 2017 йылда экспорт күләме 200 миллион долларҙан ашыу булған төбәктәр һаны 17 тәшкил итһә, 2022 йылда ул 35-кә етте», - тине Левин.
Әйтәйек, Башҡортостан 2022 йылда ауыл хужалығы продукцияһын 291 миллион долларға экспортҡа сығарған. Сит илгә бөтәһе 400 мең тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһы оҙатылған. Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙары экспортының байтаҡ өлөшөн май продукцияһы тәшкил иткән, уға барлыҡ күләмдең 66,4 проценты тура килгән. «Сигма» холдингы предприятиелары булған Күмертауҙа һәм Шишмәләге май экстракцияһы заводтары төп экспортерҙар булып ҡала.
Экспорт структураһында ҡалған өлөш май, спирт, бал, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы, иген, ит һәм һөт ризыҡтарына тура килә.