Проектҡа инвестициялар күләме 45 миллион һум тәшкил итәсәк.
Һыу буйында туристар өсөн кафе һәм ун йорт төҙөләсәк, мангал зонаһы буласаҡ. Урман массивында йәйәү йөрөүгә туристик маршрут һәм компанияның емеш-еләк баҡсалары буйлап экскурсиялар эшләү планлаштырыла.
«Ғаиләләр бында ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле уҙғарһын, ғөмүмән, баҡсаларҙың нисек үҫешеүен күрһәтеү, улар ял итһен өсөн барыһында эшләргә теләйбеҙ. Биләмәлә күл бар, унда балыҡ ауларға, ял итергә мөмкин буласаҡ», - тип һөйләй инвестор.