Милли проекттар
16 Октябрь 2023, 10:40

Башҡортостанда “Мәктәп туризмы” проектында 28 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә туристик сәйәхәттәр өсөн 196,2 миллион һум аҡса бүленгән.

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә туристик сәйәхәттәр өсөн 196,2 миллион һум аҡса бүленгән. Уның 78,5 миллион һумы – төбәк ҡаҙнаһынан, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йәш туристар өсөн республикабыҙ буйлап ҡыҙыҡлы маршруттар ойошторолған, балалар тәбиғәт ҡомартҡыларына, сәнәғәт объекттарына, иҫтәлекле урындарға бара, оҫталыҡ дәрестәрендә, спорт сараларында ҡатнаша.

Ике көнлөк турҙарҙа 5 – 9 класс уҡыусылары ҡатнаша.

– Бындай сәйәхәттәр уҡыусыларға тыуған яғы тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшыраҡ белергә генә ярҙам итеп ҡалмай, патриотик тәрбиә биреү элементы ла булып тора, – ти  Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/591517#scroll.

Автор:
Читайте нас