

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә республиканың 59 муниципалитетынан эшҡыуарҙарға гарантиялы ярҙам күрһәтелде. 1,8 миллиард һумдан ашыу поручителлек күләме менән Өфө ҡалаһы лидер булып тора. Артабан Өфө районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Туймазы ҡалаһы һәм районы килә. Поручительство һорап мөрәжәғәт иткән төп клиенттар – ауыл хужалығы, сауҙа, етештереү, шулай уҡ төҙөлөш өлкәһендә мәшғүл бәләкә һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Әйтәйек, ике йылдан кәмерәк эшләгән йәш предприятие “Милли Туроператор Компанияһы” ЯСЙ-һы автобус турҙарын ойоштороу өсөн 13,8 миллион һумлыҡ туристик автобус һатып алыуҙа Гарантия фонды уларға ярҙам күрһәткән. Компанияға «Башҡортостан Республикаһының Төбәк Лизинг компанияһы» акционерҙар йәмғиәте алдында 6,9 миллион һумлыҡ поручительство бирелгән.
Шулай уҡ, быйыл сентябрҙә «Мастер зрения» сауҙа компанияһына 7,5 миллион һумлыҡ поручительство бирелгән, уларға өс йылға 15 миллион һумлыҡ кредит алырға ярҙам ителгән.
Әйткәндәй, поручителлек алыу мөмкинлеген арттырыу өсөн Гарантия фонды электрон документ әйләнешен индергән. Бынан тыш, партнерҙар исемлеге 17 ойошмаға тиклем киңәйгән.
Дәүләт гарантия ярҙамын Башҡортостанда эшмәкәрлек алып барған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары алыуы мөмкин. Төбәк гарантия фонды тарафынан бер тапҡыр бирелә торған поручителлектең максималь күләме 25 миллион һум тәшкил итә, поручителлек күләме займ суммаһының 70 процентынан артмаҫҡа тейеш. Гарантия фонды поручительствоһы аша кредит алыу өсөн партнер-банктарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Гарантиялы ярҙам күрһәтеү шарттары буйынса Консультацияны Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» Үҙәгендә 8(347) 224-99-99 телефоны буйынса алырға мөмкин.