Милли проекттар
11 Ноябрь 2023, 04:55

Эшҡыуарҙар тиҙ экспорт ярҙамы алды

Эшҡыуарҙарҙы бигерәк тә бизнес-миссияларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. #нацпроект#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Эшҡыуарҙар тиҙ экспорт ярҙамы алдыЭшҡыуарҙар тиҙ экспорт ярҙамы алды
Эшҡыуарҙар тиҙ экспорт ярҙамы алды

#нацпроект#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

 “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Тиҙ экспорт ярҙамы”ның эш төркөмө Шишмә районының дүрт предприятиеһында булды.  Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе.

– Йылдың ун айында йөҙҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарға консультация бирҙек, улар беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итте. Төбәк эшҡыуарҙарын бигерәк тә бизнес-миссияларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. 2023 йылда компанияларҙың вәкилдәре бизнес-миссия сиктәрендә Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Монголияла, Иранда булды, Үзбәкстанда, Әзербайжанда, Ҡаҙағстанда үткән һигеҙ күргәҙмәлә ҡатнашты, – ти Маргарита Болычева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/615882#scroll.

Автор:
Читайте нас