Милли проекттар
25 Ноябрь 2023, 05:25

Кәсеп аҙналығы үтәсәк

Йолаға әүерелгән “Кәсептәр аҙналығы” күргәҙмә –йәрминкәһе Өфөлә 1 декбрҙән 3-өнә тиклем уҙғарыла.  

Кәсеп аҙналығы үтәсәкКәсеп аҙналығы үтәсәк
Кәсеп аҙналығы үтәсәк

Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Был ваҡиға эшлекле программаны, креатив индустриялар форумын, “Волга буйы” күргәҙмә йәрминкәһен , “Иң яҡшы кәсепсе” республика конкурсын һәм башҡа сараларҙы берләштерә.

-Халыҡ художество кәсептәре өлкәһендәге эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарға ярҙам итәбеҙ. Сөнки Башҡортостанда быуаттар төпкөлөнән килгән йолалар яҡшы һаҡлана. “Кәсептәр аҙналығы” сараһы оҫталарға уникаль әйберҙәр өлгөләрен күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, - тип һөйләне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының маҡсаты – бизнесҡа төрлө үҫеш этаптарында ярҙам итеү, йәғни старт идеяһынан башлап экспортҡа сығыуға саҡлы булышлыҡ итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-11-23/f-l-k-sep-a-naly-y-t-3533153 

Автор:
Читайте нас