

Әмзә ауылы мәктәбе базаһында “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асылды. Ул “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында барлыҡҡа килгән.
Үҙәк бинаның икенсе ҡатында урынлашҡан. “Үҫеш нөктәһе”ндә физика һәм химия кабинеттары, ял итергә урын бар. Уҡыу кабинеттары функциональ мебель менән йыһазландырылған. Учреждениеға физика, химия, биология фәндәрен өйрәнеү өсөн заманса талаптарға яуап биргән приборҙар һатып алынған. Үҙәктең бар уҡытыусылары ла профессиональ әҙерлек һәм ҡорамалдарҙы ҡулланыу буйынса уҡыуҙар үткән. “Үҫеш нөктәһе”ндә уҡыусылар олимпиада, конкурстар, конференция һәм форумдарҙа ҡатнашырға әҙерләнәсәк.
“Ауыл ерендә йәшәгән мәктәп уҡыусылары өсөн “Үҫеш нөктәһе” ҙур мөмкинлектәр бирә. Яңы майҙансыҡ уларҙың белем кимәлен генә күтәрмәйәсәк, ә киләсәктә күңелдәренә ятҡан һөнәр һайлауға ярҙам итәсәк”, – тине үҙәк етәксеһе, уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Зарина Һунаршина.
Билдәле булыуынса, "Мәғариф" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.