Милли проекттар
2 Декабрь 2023, 04:45

Етештереү артҡан

Нефть газ промыслаһы заводы үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Етештереү артҡанЕтештереү артҡан
Етештереү артҡан

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының ярты йылға һөҙөмтәләре барланды. Проектта ҡатнашыу һөҙөмтәһе буйынса предприятие пилот участкаһында етештереүҙе 1,8 процентҡа арттырған, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

- Предприятиеға милли проект сараларын уңышлы тормошҡа ашырыу тураһында сертификат тапшырылды. Шулай уҡ остазлыҡты үҫтереү, “Етештереү лидерҙары” программаһы буйынса уҡытыу кеүек проекттағы өҫтәмә мөмкинлектәр аңлатылды, - тип һөйләне Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Завод милли проектҡа быйыл май айында инде, эшсе төркөмө составында предприятиеның 15 хеҙмәткәре бар. Тәүге этапта проект командаһы ун программа буйынса уҡыу үткән. “Нефтехимия тәжрибә заводы” ның генераль директоры Александр Адаменко билдәләүенсә, яҡшырыу яғына процесты туҡтауһыҙ дауам итергә мөмкин, көндән көн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Шулай уҡ предприятиела һаҡсыл производствоға хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтәсәк өс инструктор әҙерләнгән.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етешетереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ бизнесҡа ярҙамға саралар комплексы ла булдырылған. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-11-30/eteshtere-1-8-tap-yr-a-art-an-3545421 

Автор:
Читайте нас