

Ул «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты ярҙамында төҙөлгән.
- Ейәнсура районында сираттағы «Минең бизнесым» үҙәге асылһа, яҡын-тирәләге райондарҙың эшҡыуарҙарына, алыҫ юл үтеп баш ҡалаға барыу кәрәкмәйәсәк. «Берҙәм тәҙрә» форматында яңы эшен башларға теләгән, әле эшләп килгән эшҡыуарҙар консультациялар аласаҡ, уҡыуҙар үтәсәк йәки дәүләт ярҙамы алыуға ғаризалар тапшыра аласаҡ, - ти Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Яңы офис Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндәге эшҡыуарҙарҙы бергә туплаусы буласаҡ. Клиент офисынан тыш, бында 10 урынлыҡ конференц-зонаһы ла бар.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикала " Минең бизнесым” үҙәгенең 12 офисы эшләй. Улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Салауатта, Бәләбәйҙә, Учалыла, Белоретта, шулай уҡ Ҡариҙел, Саҡмағош һәм Үрге Ҡыйғы ауылдарында урынлашҡан.