Милли проекттар
9 Декабря 2023, 03:50

Әүҙем эҙәрмән миҙалға лайыҡ булды

Эҙәрмәндәр герой-ҡалаларға арналған күргәҙмәләр серияһын үткәрергә ниәтләй, сөнки уларҙың төп маҡсаты – йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм уны Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәтенә ылыҡтырыу. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әүҙем эҙәрмән миҙалға лайыҡ булдыӘүҙем эҙәрмән миҙалға лайыҡ булды
Әүҙем эҙәрмән миҙалға лайыҡ булды

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский ҡалаһындағы Нефть һәм газ институты студенты Ренат Сәләховҡа “Рәсәй патриоты” йәмәғәт миҙалын тапшырҙылар. Был наградаға ул Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн лайыҡ булды. Унда йәштәрҙең ҡатнашыуы "Мәғариф" милли проектының "Патриотик тәрбиә" федераль проекты маҡсаттарына тап килә.

Быға тиклем “Рәсәй патриоты” миҙалдарына Алексей Лебедев менән Данил Ғәскәров лайыҡ булған, уларға бүләкте “Бөтә Рәсәй Хәтер вахтаһы йомғаҡтары – 2023” семинарында тапшырғандар.  Егеттәрҙең барыһы ла – “Нефтсе” студенттар эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре (Солтанов Х.А. исемендәге эҙәрмәндәр отряды). Ул “Йәштәр комьюнитиһы. Өҫтөнлөк 2030” һәм “Киләсәкте беҙ үткәндәрҙе һаҡлап ҡалабыҙ” проекты менән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грант конкурсы еңеүсеһе.

2023 йыл “Һуғыш эҙҙәре буйлап” интерактив күргәҙмә” проектын ғәмәлгә ашырыу эгидаһы аҫтында уҙҙы. Эҙәрмәндәр күсмә экспозициялар менән Октябрьский, Туймазы ҡалаһы мәктәптәрендә, Туймазы индустриаль колледжында булды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары предметтары һәм ҡоралдары, эҙләү техникаһы күргәҙмәләре студенттар һәм уҡыусылар өсөн Нефть һәм газ институтында ла үткәрелде. Бөтәһе 15-тән ашыу сара, шул иҫәптән уҡыусылар һәм студенттар өсөн 10 күсмә интерактив күргәҙмә ойошторолдо. Сарала 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Хәҙер эҙәрмәндәр герой-ҡалаларға арналған күргәҙмәләр серияһын үткәрергә ниәтләй, сөнки “Нефтсе” отряды тәрбиәләнеүселәренең төп маҡсаты – йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм уны Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәтенә ылыҡтырыу.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

Автор: Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-12-07/afarin-renat-3554995 

Автор:
Читайте нас