Милли проекттар
9 Декабрь 2023, 04:15

Медицина пункттары лицензия алды

Бөгөн республикала ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, ул  – Рәсәйҙәге иң эре медицина селтәре. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Медицина пункттары лицензия алдыМедицина пункттары лицензия алды
Медицина пункттары лицензия алды

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл медицина эшмәкәрлеген алып барыу өсөн илле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты лицензия алды. Уларҙың барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлдө.

Бөгөн республикала ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, ул  – Рәсәйҙәге иң эре медицина селтәре. Һәр береһе ике-өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Айырыуса мобиль пункттарҙы өлкәндәр, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән төпкөл тораҡтарҙа, үҙәктән алыҫ ауылдарҙа төҙөргә тырышалар.   Бинаны тантаналы шарттарҙа  асҡанға ҡәҙәр  һәр береһе медицина эшмәкәрлеген ойоштороуға лицензия алырға тейеш.

 Заманса медицина учреждениеларында телемедицина технологиялары индерелгән, ике меңдән ашыу бина юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған. Был көтөп алынған яңылыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең  дауалау мөмкинлектәрен киңәйтә. Һанлы электрон ҡултамға ярҙамында белгес  дарыуҙарға үҙ аллы льготалы рецептар яҙа, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын рәсмиләштерә ала.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Автор:
Читайте нас