Милли проекттар
16 Декабря 2023, 05:45

Ҡала урамдары буйлап - уңайлы автобустарҙа

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса юлдар ғына йүнәтелеп ҡалмай, йәмәғәт транспорты ла яңыртыла. 2023 йылда Өфөгә льготалы лизинг буйынса 50 яңы уңайлы “НЕФАЗ” автобусы алынған. #нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Ҡала урамдары буйлап - уңайлы автобустарҙаҠала урамдары буйлап - уңайлы автобустарҙа
Ҡала урамдары буйлап - уңайлы автобустарҙа

#нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы федераль финанс ярҙамы алыусылар иҫәбенә ингән. Өфөгә льготалы лизинг буйынса 50 яңы уңайлы “НЕФАЗ” автобусы алынған.

Әле яңы автобустар 226-сы ҡала маршрутын хеҙмәтләндерә. Улар газ яғыулығында эшләй, һыйҙырышлы, мәғлүмәт таблоһы, спутник навигацияһы, видеокүҙәтеү камералары, тахографтар, телефон һәм башҡа электрон саралар өсөн порттар ҡуйылған. Шулай уҡ инвалид коляскалары өсөн урындар ҡаралған.

– Был маршрут менән көн һайын йөрөйөм. Яңы автобустарҙа, әлбиттә, уңайлы. Йәмәғәт транспортында булған үҙгәрештәр күренә, тик бындай автобустар тағы ла күберәк булһын  ине, – ти пассажир Илшат Фәйезов.

226-сы маршрут буйынса йөрөүселәр күп. Мәҫәлән, октябрь һәм ноябрь айҙарында ғына яңы автобустар 1,6 миллиондан ашыу пассажирҙы йөрөткән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/641851#scroll.

Автор:
Читайте нас