

Йыл башынан республиканың он тартыу предприятиелары продукцияһын сит илгә сығарыуҙы өс тапҡырға арттырған, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора.
11 айҙа сит илдәргә 173 партия бойҙай һәм арыш оно оҙатылған, уның дөйөм күләме 9,2 мең тонна тәшкил итә.
Был ваҡыт эсендә Башҡортостандан 653,2 мең тонна агропродукция оҙатылған. Был үткән йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 1,9 тапҡыр күберәк.
Экспорттың иң ҙур өлөшөн, йәғни 60,7 процентын май продукцияһы тәшкил итә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/649184#scroll.