Милли проекттар
23 Декабрь 2023, 04:10

Үҙенсәлекле Яңы йыл ҡупшыҡайы

Үҙенсәлекле Яңы йыл ҡупшыҡайын эшләү өсөн 1120 ПЭТ-шешә ҡулланылған. #нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Үҙенсәлекле Яңы йыл ҡупшыҡайыҮҙенсәлекле Яңы йыл ҡупшыҡайы
Үҙенсәлекле Яңы йыл ҡупшыҡайы

#нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Ғәҙәти булмаған арт-объектты ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү буйынса оператор – “Эколония Т” компанияһы ҡуйған. Сара “Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы башҡарыла.

Үҙенсәлекле Яңы йыл ҡупшыҡайын эшләү өсөн ПЭТ-шешәләр ҡулланылған. Шыршы өсөн 1120 дана пластик һауыт киткән, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте. Кәрәкле сеймалды Туймазылағы сүп-сарҙы айырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре йыйған. Бар материалдар ҙа ентекле таҙартылған, әҙерләнгән.

“Байрам алдынан шыршы кәйефте күтәреп кенә ҡалмаҫ, сүп-сарҙы дөрөҫ ташлау хаҡында ла иҫкә төшөрөп торор. Экологик шыршы февраль аҙағына тиклем торасаҡ. Аҙаҡ уны алып, йәшел шешәләрҙе эшкәртергә ебәрәләр, – ти компания вәкиле.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/655411#scroll.

Автор:
Читайте нас