Милли проекттар
23 Декабрь 2023, 06:15

Төҙөлөш йылдам барҙы

Торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында  8-се урынды биләй. #нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Төҙөлөш йылдам барҙыТөҙөлөш йылдам барҙы
Төҙөлөш йылдам барҙы

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 2023 йылдың ғинуар – ноябрь айҙарында 2,79 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был үткән йылдағы ошо осорҙағыға ҡарағанда дүрт процентҡа күберәк, тип хәбәр итә  БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– 11 айҙа республиканың төҙөлөш комплексы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Беҙҙең бурыс – йылды үткән йылдыҡына ҡарағанда кәмерәк булмаған күрһәткестәр менән тамамлау, – ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.

Торлаҡ төҙөү буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында – 8-се, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2-се урынды биләй.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/650988#scroll.

Автор:
Читайте нас