Ғинуар аҙағына тиклем өҫтәмә 159 автобус килеүе көтөлә. Был машиналар уңайлы һәм хәүефһеҙ. Сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында ла уйлап эшләнгән “ВЕКТОР NEXT” автобустарының артҡы өлөшө түбән иҙәнле итеп эшләнгән, аппарель ҡоролмалар бар һәм инвалид коляскаһын нығытыу өсөн махсус урындар ҡаралған.
Яңы автобустар бәләкәй ҡалалар һәм ауыл биләмәләре өсөн махсус программа буйынса һатып алынған. Уларҙы Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Красноусол, Мәләүез, Мәсәғүт, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Октябрьский автотранспорт предприятиелары маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн бирелгән.
“Беҙ цивилизациялы автобус системаһын яйға һалырға тейешбеҙ, шуға күрә Өфө һәм республика муниципалитеттары өсөн яңы техника һатып алыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Маҡсатыбыҙ - пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, юл йөрөүселәргә республиканың һәр ауыл биләмәһенә, ауылдарына барып етерлек мөмкинлектәр булдырыу”, тигән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.