Иң юғары башҡарыу күрһәткестәре «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» (100%), «Фән һәм университеттар» (100%), «Демография», «Экология» (99,9%) һәм «Халыҡ — ара кооперация һәм экспорт» 99,9%, «Мәғариф» (99%) милли проекттарында билдәләнгән.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса башҡарыу 99,8%, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” - 99,7%, “Мәҙәниәт” - 99,4%, “Магистраль инфраструктураны модернизациялау һәм киңәйтеүҙең комплекслы планы (транспорт өлөшө)” - 99,6%, “Һаулыҡ Һаҡлау” - 97,9%.
Иң аҙ күрһәткестәр “Туризм индустрияһы” - 97,4%, “Цифрлы иҡтисад” - 95,8%, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” - 92,9% милли проекттарында билдәләнгән.