Милли проекттар
20 Ғинуар 2024, 07:45

Уҡыуҙар файҙаға ғына

“Техномаш” хеҙмәткәрҙәрен уҡыта

Уҡыуҙар файҙаға ғынаУҡыуҙар файҙаға ғына
Уҡыуҙар файҙаға ғына

Төтөнлөк ҡорамалдары етештереүсе “Техномаш” компанияһы хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл технологияларға уҡыуҙың тәүге өлөшөн үтте. Был саралар “ Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә башҡарылды. Был турала Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

Төбәктең компетенциялар үҙәге тренерҙары хеҙмәткәрҙәрҙе һөҙөмтәлелекте күтәреү миҫалдары менән таныштырҙы. Улар һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса уҡыуҙар үтте.

-Диагностика этабына күскәнсе базалы уҡыуҙы үтеү мөһим. Уҡыу барышында предприятие хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл етештереүҙең предприятиеға финанс күрһәткестәрҙе, шарттарҙы  яҡшыртыуға йоғонто яһауын күрҙе, - тине республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Пуиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото:”Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
Автор:
Читайте нас