+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Февраль , 11:00

Үҙ көсөңдө һынап ҡарарға

Башҡортостандың мәктәп урман хужалыҡтары 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.   

Республика балалар экология-биология үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының мәктәп урман хужалыҡтары етәкселәренең видеобәйләнеш форматында кәңәшмәһе үтте. Унда уҡытыусылар һәм республика Урман хужалығы министрлығының мәктәп урмансылыҡтары эшмәкәрлегенә яуаплы учреждение вәкилдәре ҡатнашты.  Сара өҙлөкһөҙ экологик белем биреү системаһына ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарының береһе булып тора.

Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева мәктәп урмансылыҡтарының 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, мәктәп урмансылыҡтары хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Шулай уҡ “Профессионалдар” һөнәри оҫталыҡ чемпионаты конкурсында үҫмерҙәр өсөн “Урман менән файҙаланыу һәм урмандарҙы тергеҙеү инженерияһы” компетенцияһы хаҡында һөйләне һәм мәктәп урмансылыҡтары ағзаларын һөнәри оҫталыҡта үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырҙы. Компетенция үҙенсәлектәре, чемпионатта ҡатнашыуға әҙерлек тураһында Өфө урман-техника техникумы белгестәре ентекле һөйләне, уның базаһында конкурс майҙансығы асыласаҡ. Уҡытыусылар конкурсты үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, бәйгеселәргә талаптар менән уртаҡлашты.

Республиканың мәктәп урмансылыҡтары хәрәкәте координаторы Галина Мельникова 2024 йылға эш пландары менән таныштырҙы. Мәктәп урман хужалыҡтары ағзалары өсөн төбәк сараларын һәм конкурстарын һанап үтте, был сараларҙы үткәреүҙәге төп үҙгәрештәрҙе һәм өҫтәмәләрҙе атаны.

Билдәле булыуынса, “Экология”милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:
Читайте нас: