+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Февраль , 09:50

Заманса ангиография ҡорамалы ҡайтарылды

Заманса ангиограф пациенттар өсөн хәүефһеҙ, нурланыш кимәле түбән.

Заманса ангиография ҡорамалы ҡайтарылды
Заманса ангиография ҡорамалы ҡайтарылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, заманса ангиография ҡорамалы алды.

Был ҡорамал диагностиканың төрлө төрҙәрен – ангиография, флебография, коронарография үткәрергә ярҙам итә. Бынан тыш, ҡорамал ярҙамында ангиопластика, артерияларға стенттар ҡуйыу һәм башҡа әмәлиәттәрҙе башҡарырға мөмкин. Яңы техниканы ҡала дауаханаһы базаһындағы төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә диагностиканың рентген хирургияһы ысулдары һәм дауалау бүлексәһенә урынлаштырҙылар.Аппарат пациенттар һәм персонал  өсөн хәүефһеҙ, нурланыш кимәле түбән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Автор:
Читайте нас: