Был мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған. Лизинг шарттарында һатып алыуҙы үткәреү өсөн республика бюджеты 1 миллиард һум аҡса бүлә. Аукцион 1 мартта үтә.
Әйткәндәй, 2023 йылдың октябрендә БР транспорт министрлығы аукцион һөҙөмтәһе буйынса ҙур класлы 20 туристик автобусты лизингҡа алыуға контракт төҙөгәйне.
Әлеге ваҡытта «Башавтотранс» та ошондай 52 автобус бар. Улар ҙур форум сараларында заказдар үтәй һәм муниципаль ташыуҙар башҡара. Әммә төбәк властары паркты тулыландырыу өсөн һатып алыуҙарҙы дауам итеү тураһында белдерә.