+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Февраль , 15:55

Орлоҡ йыйылды: тимәк урман буласаҡ!

Көҙҙән февраль аҙағынаса урмансылар ылыҫлы ағастар орлоғон йыя

Орлоҡ йыйылды: тимәк урман буласаҡ!
Орлоҡ йыйылды: тимәк урман буласаҡ!

Был хаҡта Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә һөйләне.

2023 йылда Башҡортостан урмансылары 5 тоннанан ашыу орлоҡ йыя, шул иҫәптән: 3,5 тонна ҡарағай, 1,6 тонна шыршы, 37 килограмм ҡарағас, 310 килограмм япраҡлы ағас орлоғо туплайҙар. Яҙ көнө орлоҡтар ағас питомниктарында сәселәсәк, ә ике йылдан һуң урман фонды ерҙәрендә, шулай уҡ "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһы һәм "Урманды ҡотҡарайыҡ" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ултыртыласаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: орлоҡ йыйыу урманды һаҡлауҙың мөһим өлөшө булып тора һәм Рәсәй Президенты башлап ебәргән "Экология" милли проектының (национальный проект “Экология”) Урманды һаҡлау" федераль проекты маҡсаттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың аныҡ миҫалы, - ти Марат Шәрәфетдинов.

Фото Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-02-17/orlo-yyyyldy-urman-bulasa-3647622 

Орлоҡ йыйылды: тимәк урман буласаҡ!
Орлоҡ йыйылды: тимәк урман буласаҡ!
Автор:
Читайте нас: