Милли проекттар
28 Февраль 2024, 11:25

Республика мәктәп төҙөүҙә алдынғы урындарҙы биләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү буйынса һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.

Республика мәктәп төҙөүҙә алдынғы урындарҙы биләйРеспублика мәктәп төҙөүҙә алдынғы урындарҙы биләй
Республика мәктәп төҙөүҙә алдынғы урындарҙы биләй

Уның билдәләүенсә, республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә Башҡортостан 2019-2023 йылдарҙа мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү һәм ремонтлауҙа Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләй. Был турала Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында әйтелде.

“Шуныһы ла мөһим, беҙ заказдар биреү кампанияһын да яҡшы ойошторҙоҡ. Бында беҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығы егәрлелек күрһәтте. Бынан тыш, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһында ҡатнашырға ла ғариза бирҙек. Ремонтланған мәктәп һаны буйынса – ә улар 140 – Рәсәйҙә беренсе урынды, ошо ремонтҡа алынған аҡса күләме буйынса өсөнсө урында торабыҙ”, – тине республика етәксеһе.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас