Төбәктәрҙе баһалағанда яңы онлайн иҫәпләү методикаһы ҡулланылһа ла, Башҡортостан – иң яҡшы унау рәтенә инде. Өс йыл элек кенә беҙ был рейтингыла 39 –сы урында килә инек.
- Беҙҙең күрһәткестәр 2021 йылдан алып яҡшыра башланы. Һәм шул ваҡыттан алып рейтнгыла әүҙем рәүештә күтәреләбеҙ. Башҡортостан һәр ваҡыттағыса һанлы үҫештә ыңғай һөҙөмтә күрһәтте, ҡуйылған барлыҡ маҡсатлы бурыстар үтәлде. Бынан тыш Волга буйы федераль округында икенсе урынды һаҡлап алып ҡалдыҡ. Был рейтинг “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы ойошторолдо, - тине республиканың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, һанлы трансформация ырейтингы беҙҙең илдә 2021 йылдан алып уҙғарыла. Балдарҙы һанағанда бер нисә критерий иҫәпкә алына.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты 2019 йылдан алып эшләп килә. Уның маҡсаты – илдә һанлаштырыуҙы үҫтереү, тотороҡло, хәүефһеҙ инфраструктура булдырыу. Былтыр көҙөн Рәсәй Президенты 2030 йылға тиклем мәғлүмәттәр иҡтисадын формалаштырыу буйынса милли проект раҫларға ҡушты.
Фото: “Башҡортостан”ДТРК-һы.